ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Шайҙалы й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 101 кеше; 1959 — 368; 1989 — 178; 2002 — 108; 2010 — 48 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Аллағуз с‑зы ойошторолоуға бәйле Билән фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев