ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, махсус разметкалар яһалған майҙансыҡта сәкәндәр һәм шайба м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ш.х. 1953 й. Өфөлә 628‑се з‑д (ҡара: “БЭТО”) һәм 656‑сы Дәүләт союз з‑ды (ҡара: “Электроаппарат”) эргәһендәге тәүге командалар төҙөлөүгә бәйле үҫешә. 1955 й. “Б” класындағы СССР чемпионатында ҡатнашыу өсөн “Энергия” (1956 й. алып “Буревестник”, 1958 й. — “Гастелло”, 1960 й. — “Хеҙмәт”) хоккей командаһы ойошторола. 1961 й. башлап СССР һәм Рәсәй чемпионаттарында Башҡортостан исеменән “Салауат Юлаев” хоккей клубы сығыш яһай. 1969 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы эшләй. 2006 й. башлап Юғары хоккей лигаһында “Торос” (Нефтека­ма ҡ.), 2009 й. — Йәштәр хоккей лигаһында “Толпар” (Өфө), Рәсәй чемпионатының 1‑се лигаһында “Юрматы” (Салау­ат ҡ.) хоккей клубтары ҡатнаша. 1961 й. “Хеҙмәт” стадионында Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы һәм ГДР‑ҙың “Висмут” командалары араһында респ. беренсе халыҡ‑ара иптәштәрсә матч була. Өфөлә үҫмер спортсылар араһында Евро­па чемпионаты (1996), Рәсәй һәм Канада йәштәр йыйылма командалары матчтарының суперсерияһы (2007), Чемпиондар лигаһы (2008—09) үткәрелә. Респ. Ш.х. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры В.В.Быков була (1970). Халыҡ‑ара ярыштарҙа Д.В.Афиногенов, С.А.Бушмелёв, А.Л.Василевский, И.Ф.Ғимаев, Д.В.Денисов, А.А.Емелин, И.А.Кравчук, Р.М.Мөфтиев, А.В.Семак, Б.М.Тимофеев, Р.Р.Хәйҙәров, Н.Л.Цулыгин, В.Р.Шәрифйәнов, А.В.Яханов һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Респ. “Өфө-Арена”, Спорт һарайы (1967 й. алып) һәм “Юлаевсы” спорт комплексы (2009 й. алып; икеһе лә — Өфө), боҙ һара­йы (Нефтекама; 2006 й. алып), “Салауат” (Салауат; 2007 й. алып), “Ирәндек” (Сибай ҡ.; 2010 й. алып) боҙ һарайҙары бар. 2000 й. башлап БР Ш.х. федерацияһы эшләй. Ш.х. м‑н тренерҙар М.М.Азаматов, В.И.Воробьёв, В.П.Деркач, А.Н.Емелин, Р.Ғ.Ишмәтов, Ф.С.Карюков, С.М.Михалёв, Р.А.Мурдускин, В.П.Чариков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова