ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы (өйәҙгә Пермь наместниклығы Далмат өйәҙенең бер өлөшө ҡарай), 1919 й. — Екате­ринбург губернаһы составына инә. 19 б. аҙ. төньяҡта — Пермь губ. Ҡамышлы өйәҙе, көнсығышта — Тубыл губ., көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта — Екатеринбург өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Шадринск ҡалаһы. Майҙаны — 17298,3 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 100383 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 6101), 1870 й. — 249132, 1897 й. — 310669 (башҡорттар — 15342, мишәрҙәр — 17531, урыҫтар — 276537 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 301141 крәҫтиән, 7045 мещан, 596 дворян, 305 сауҙагәр һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 33312, православие динендәгеләр — 277151 (ш. иҫ. 24429 старообрядсы) һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң, Ш.ө. терр‑яһында 3‑сө башҡорт кантоны ойошторола. 1869 й. өйәҙҙә 386 торама пункт була. 1874 й. 3 станға, 46 улусҡа бүленә. 19 б. 2‑се ярт. башҡорттарҙың төп өлөшө Бүре һәм Түләк улусының 33 ауылында йәшәй. Халыҡ башлыса игенселек м‑н шөғөлләнә. 1872 й. 44 тире иләү, 41 күн, 22 май һығыу пр‑тиеһы эшләй. Йәрминкәләр, ш. иҫ. Крестовский‑Иваново йәрминкәһе (19 б. аҙ. Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе), үткәрелә. Пермь т. юлының Синара‑Шадринск участкаһы төҙөлә (1913). 82 сиркәү һәм 43 мәсет иҫәпләнә (1870). 1923 й. өйәҙ бөтөрөлә, терр‑яһы Урал өлкәһенең Шадринск округы составына инә. Әҙәб.: Список населённых мест по сведениям 1869 года. Пермская губерния. СПб., 1875; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин