ШАГИНЯН Мариэтта Сергеевна (21.3.1888, Мәскәү — 20.3.1982, шунда уҡ), яҙыусы. Әрмән ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). “Тәүге осрашыуҙар” (“Первые встречи”; 1909), “Orientalia” (1913) шиғырҙар йыйынтыҡтары, “Тәнәфес” (“Перемена”; 1922—1923) повесы, “Гидроцентраль” (1930—1931), “Беренсе Бөтә Рәсәй” (“Пер­вая Всероссийская”; 1965) романдары, “Урал оборонала” (“Урал в обороне”; 1944), “Совет Әрмәнстаны буйлап сәйәхәт” (“Путешествие по Советской Армении”; 1950) очерктар китаптары, “Т.Шевченко” (1941), “Низами тураһында этюдтар” (“Этюды о Низами”; 1955) биографик китаптары һ.б. авторы. Ш. ижадына ғүмер һәм ваҡыт т‑да уйланыуҙар, кеше шәхесенең үҙ аллылығын раҫлау, проблемаларҙы тарихи‑фәлс. аңлау хас. 1946 й. көҙөндә “Биш йыллыҡ юлдары буйлап” (“По дорогам пятилетки”; 1948) китабына материал йыйыу өсөн Башҡортостанда булып киткән, һөҙөмтәлә башҡорт нефте һәм Ишембай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡҡ. нефтехимиктары т‑да “Башҡорт нефте” (“Башкирская нефть”), “Эҙләнеүселәр” (“Изыскатели”), “Вариант һайлау” (“Выбор варианта”; бөтәһе лә — 1946) очерктарын яҙған. Өфөлә Ш. Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лабораторияһында (ҡара: Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институты) булған, унда нефть сығарыу проблемаларын өйрәнеүсе ғалимдарҙың эше м‑н танышҡан. Ш. әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Ленин (1972), Сталин (1951) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ульяновтар ғаиләһе. Өфө, 1962.

Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. Это с нами навсегда. Уфа, 1983; Башкирия в русской литературе. Т.5. Уфа, 2001.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов