ШАВАНОВ Станислав Сергеевич (13.5.1942, Шымкент ҡ. — 19.2.2006, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1989). Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тын тамамлаған (Шымкент, 1968). 1959 й. алып “Металлист” артелендә, 1960—61 йй. химия‑фарм. з‑дында, 1966 й. — фосфор тоҙҙары з‑дында, 1967 й. — Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре ин‑ты лаб.,

1968 й. башлап эске эштәр идаралығы бүлегендә (бөтәһе лә — Шымкент) инспектор. 1975 й. алып Стәрлетамаҡта эшләй: тәж.­сәнәғәт нефтехимия з‑дында лаб. нач., 1978 й. башлап Органик химия ин‑тында лаб. мөдире һәм бер үк ваҡытта дир. урынбаҫары, 1993 й. — “Авангард” ПБ‑нда ғилми хеҙм‑р, 1995—2002 йй. “Каустик” ЯАЙ‑нда лаб. начальнигы. 2003 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре фаза‑ара катализ механизмын һәм уның органик синтезда ҡулланылышын, диен углеводородтарын аддитив хлорлау механизмын тикшереүгә арналған. Ш. ҡатнашлығында дихлорэтанды шыйыҡ фазала каталитик дегидрохлорлау технологиялары һ.б. эшләнгән һәм производствоға индерелгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 80 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Малоотходная технология получения винилхлорида дегидрохлорированием 1,2‑дихлорэтана алкоксидами четвертичных аммониевых солей //Баш­кирский химический журнал. 2006. Т.13. №3 (авторҙ.).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов