• Печать

ШАБИЕВ Салауат Ғәли улы (11.5. 1948, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Яңы Күскилде а.), архитектор. Архитектура д‑ры (1994), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1998), РФ‑тың почётлы архитекторы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы (1977). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1978 й. алып “Союзспортпроект” ин‑тының Өфө зона оҫтаханаһында төркөм етәксеһе; 1979 й. башлап “УралстройНИИпроект” ин‑тында (Свердловск ҡ.) эшләй; 1985—86 йй. БАССР Төҙөлөш эштәре б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе урынбаҫары; 1987 й. алып Көньяҡ Урал ун‑тының (Силәбе ҡ.) архитектура каф. мөдире, 2002 й. — архитектура ф‑ты деканы. 1999 й. башлап Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре акад. кәңәшсеһе.

Фәнни тикшеренеүҙәре экологик архитектура проблемаларына арналған. 30‑ҙан ашыу проект, ш. иҫ. Учалы ҡ. торлаҡ райондарын (1975), Рәсәй ситтән тороп туҡыу һәм еңел сәнәғәт ин‑тының Өфө филиалы (1977; хәҙ. БДУ‑ның химия‑технология ф‑ты), Башҡ‑н респ. статистика идаралығы (1989; хәҙ. БР б‑са Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте, Өфө) биналарын һ.б. ентекле планлаштырыу проекттары авторы һәм авторҙашы. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Шу­лай уҡ графика өлкәһендә эшләй. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2007).

Х е ҙ м.: Архитектурно‑экологическое проектирование промышленных предприятий Урала. Челябинск, 1995; История промышленной специализации в ар­хитектурной школе России. Екатеринбург, 2006 (авторҙ.); Реконструкция зданий и сооружений комплекса Южно‑Уральского государственного университета. Челябинск, 2008 (авторҙ.).

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова