ШАБАТ Алексей Борисович (8.8. 1937, Мәскәү), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑р. 1973 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1980 й. — Матем. ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире. 1990 й. башлап РФА‑ның Л.Д.Ландау ис. Теоретик физика ин‑тының (Черноголовка ҡ.) баш, 1993 й. — төп ғилми хеҙм‑ре; бер үк ваҡытта 2007 й. алып Ҡарасәй‑Черкес ун‑тында (Ҡарасәй ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге интегралланыусы системаларҙың дөйөм теорияһына һәм уның ҡушымталарына арналған. Ш. тарафынан математик физиканың һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләрен интеграл­лау теорияһы үҫтерелә, уның етәкс. солитондар теорияһын төҙөү б‑са тикшеренеүҙәр башлана; В.Е.Захаров м‑н берлектә һибелеүҙең кире мәсьәләһе ысулы сығарыла (1971) һәм һыҙыҡлы булмаған тулҡындар теорияһы б‑са ғилми мәктәп асыла. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1993).

Х е ҙ м.: Симметрийный подход к классификации нелинейных уравнений. Полные списки интегрируемых систем //Успехи математических наук. 1987. Т.42. Вып.4 (авторҙ.); Symmetries of Spectral Problems //Lecture Notes in Physics. 2009. Vol.767 (1).

И.Т.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов