ШАБАНОВА Татьяна Дмитриевна (8.3.1947, Минеральные Воды ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). Пятигорск сит телдәр пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) БДПУ‑ла уҡыта: 1977— 88 йй. ингл. теле каф. мөдире, 1996—2006 йй. сит телдәр ф‑ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре тел структураһының төрлө кимәлдәрендәге лингв. берәмектәр семантикаһына, инглиз телен һәм урыҫ телен типологик тикшереүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Семантическая модель английских глаголов зрения: теоретико‑эксперимент. исслед. Уфа, 1998; Семантические модуляции в глагольной лексике английского и русского языков в единстве семантического, когнитивного и конструктивного подходов. Уфа, 2015; История английского языка, Саарбрюк­кен, 2016.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов