ШАБАНОВ Василий Прокофьевич (24.3.1905, Полтава губ. Великая Буромка а. — 20.1.1963, Хабаровск ҡ.), Советтар Сою­зы Геройы (1943). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның команда соста­вын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын тамамлаған. Житомир һәм Киев өлк. к‑здарында агроном булып эшләй. 1927—30 йй. һәм 1936 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армияның 121‑се уҡсылар див. 383‑сө уҡсылар полкы ком. подполковник Ш. 1943 й. 31 авг. Украина ССР‑ының Сейм й. аша сыҡҡанда һәм Рыльск ҡ. өсөн алышта, 21 сент. Сваромье а. янында Десна й., Глебовка а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Харьков, Хабаровск ҡҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин, Ҡыҙыл Бай­раҡ, 3‑сө дәрәжә Суворов (бөтәһе лә — 1943), Александр Невский орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин