ШАБАЛИНА Раиса Петровна [23.1. 1927, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Манатау а. (БР‑ҙың Иглин районы)], актриса, кино­режиссёр. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1950; Ф.П.Крашенинников курсы) Респ. урыҫ драма театры (Өфө), 1955 й. алып Сәмәрҡәнд урыҫ драма театры, 1956 й. — Ир­кутск йәш тамашасы театры актрисаһы, 1959 й. башлап Өлкә художество‑ағартыу мәктәбе уҡытыусыһы (Иркутск ҡ.), 1961 й. — БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында режиссёр ассистенты, 1964—87 йй. режиссёр.

Актёрлыҡ амплуаһы — характерлы героиня. Урыҫ драма театры сәхнәһендә Лукерья Похлёбкина (“Бирнәле туй” — “Свадьба с приданым”, Н.М.Дьяконов), Пошлёпкина (“Тикшереүсе” — “Ревизор”, Н.В.Гоголь), Дуся (“Таня”, А.Н.Ар­бузов) һ.б. ролдәр башҡара. Нәфис һүҙ оҫтаһы, А.А.Блок, М.Горький, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин, М.И.Цветаева һ.б. әҫәрҙәре б‑са әҙәби‑нәфис программалар авторы һәм башҡарыусыһы. Башҡорт ТВ‑һының тәүге режиссёрҙарының береһе, балалар өсөн телевизион программалар (“Мәктәпкә ярҙам” — “В помощь школе”, “Эрудит”, “Йәйғор” — “Раду­га”) һәм телеспектаклдәр (“Белмәҫйән һәм уның дуҫтарының мажаралары” — “Приключения Незнайки и его друзей”, Н.Н.Носов; “Ерән ҡыҙ” — “Рыжая”, З.Браславская; “Әгәр мин янмаһам” — “Если я гореть не буду” һәм “Мажара ки­леп сыҡманы” — “Приключение не удалось”, С.Сташевский) төшөрә. “Дуҫтарға йыр бүләк итәбеҙ” (“Песни дарим дру­зьям”) муз. программаһының авторы һәм режиссёры. Бөтә Союз балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телевизион тапшырыуҙар конкурсы лауреаты (Вильнюс, 1980) .

Әҙәб.: В а л е е в а А. Телевидение — жизнь моя. Уфа, 2008.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов