ШАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Борай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 6 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сүлҙи й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1590 кеше; 1920 — 1556; 1939 — 876; 1959 — 474; 1989 — 270; 2002 — 281; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Шабай Ҡантуддинов (Ҡонтудин) исеме б‑са аталған. 1795 й. 145 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 188 йортта — 1034 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, һыу тирмәне, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.М.Солтанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев