ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, урындағы стратиграфик бүлексә. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, аҫҡы (үткәл, ҡурташ, тупарғас, мазарин һәм уҡшыҡ‑әрүәк свиталары) һәм өҫкө (аҡбейек һәм бәләкәй) серияларға бүленә (1941). А.А.Алексеев, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, В.М. һәм Д.Д. Криницкийҙар, В.Н.Пучков һ.б. тарафынан өйрәнелә. Уралтау зонаһының көнбайыш өлөшөндә Учалы р‑ны Кирәбе а. киңлегенән алып Урал й. киңлек ағымына тиклем таралған (оҙонлоғо яҡынса 350 км, киңлеге 5—25 км). Традицион күҙаллауҙар б‑са Уралтау антиклинорийының көнбайыш өлөшөндә ята (Козлов һ.б.), альтернатив күҙаллауҙар б‑са Көнсығыш Европа палеоконтинентының пассив сигендәге тәрән һыу комплекстарынан тора (Пучков). Көнсығышта мәҡсүт метаморфик комплексы (Йәнтеш‑Юлыҡ һынылышы б‑са), көнбайышта Йылайыр синклинорийы м‑н сиктәш. Учалы р‑ны сиктәрендә Һ.м.к. ултырмаларының Мазарин һәм Баранғол массивтарының һуң венд граниттары м‑н интрузив бәйләнеше уның кембрий алды йәшендә булыуын күрһәтә, Йылайыр р‑нында Һ.м.к. бәләкәй свитаһында силур конодонталары, граптолиттары, акритархалары табыла. Һ.м.к. терриген, бер аҙ йәшел һәүерташлы метаморфизмға дусар булған вулкан тоҡомдарынан (слюда‑, күмер‑, хлорит‑кварцлы һәүерташтар, кварциттар, метагравелиттар, метаконгломераттар, дөйөм ҡалынлығы 5—10 км) ғибәрәт. Һ.м.к. литологик төрлөлөгө һәм бүлексәләренең төньяҡҡа табан арта барған йәше БР‑ҙа киҫелештең ике тибын айырыуҙы билдәләй: көньяҡта һәүәнәк‑һаҡмар (үткәл, ҡурташ, аҡбейек, бәләкәй свиталары) һәм төньяҡта кирәбе‑үҙәнбаш (“үткәл”, “ҡурташ”, мазарин, “әрүәк”, байнас, арша) типтары. Һ.м.к. ҡатламдарында түбә һәүерташтарының сығанаҡтары, алтындың геохимик аномалиялары билдәле.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов