ҺӘҮӘЛӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 52 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 62 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 496; 1939 — 425; 1959 — 391; 1989 — 165; 2002 — 142; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1729 й. алып билдәле. 1795 й. 9 йортта 47 кеше йәшәгән, 1865 й. 82 йортта — 455 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов