ҺӘҮБӘНОВА Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы [9.11.1914, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 16.7.2002, Өфө], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1970) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1933; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы) БАДТ актрисаһы, 1978—89 йй. реквизиторы.

Һ. репертуарында күбеһенсә комик ролдәр була: Фёкла Ивановна (“Өйләнеү”, Н.В.Гоголь), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Хажиана (“Бай һәм хеҙмәтсе”, Х. Ниази), ш. уҡ үҫмер малайҙар ролдәрен уйнай: Сәғит (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Ирек (“Дуҫлыҡ”, З.А. Бии­шева), Мәхмүт (“Ағиҙел ярында”, Р.Ниғмәти). Эпизодик ролдәре тәьҫирлелек м‑н айырылып тора: Фәғилә (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Ғәйшә (“Рәйсә”, Н.Асанбаев), Мәврүрә (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи) һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова