БАРИТ, ауыр шпат, сульфаттар класы минералы, BaSO4; составында стронций, кальций, ҡурғаш ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка йәки призма рәүешендә. Текстураһы киң, ҡаты бөртөклө, һыҙыҡлы. Төҫө аҡ, һоро, зәңгәрһыу, төҫһөҙ һ.б.; ҡатылығы 3,0—3,5, тығыҙлығы 4500 кг/ м3 яҡын. Быяла кеүек ялтыр, йәбешмәлеге камил. Барий тоҙҙарын алыу өсөн, быраулау иретмәләрен ауырайтҡыс сифатында, лак-буяу сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Б. ятыштары урта һәм өҫкө рифейҙа (Берәтәк, Ирлән һәм Ҡужа ятҡылыҡтары) һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының (Сибай, Учалы һ.б. ятҡылыҡтар) окисланыу зоналарында билдәле.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика