ҺӘЙТӘК, Учалы р‑нындағы ауыл, Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Учалы т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Ямйылға й. (Уй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 221 кеше; 1920 — 289; 1939 — 221; 1959 — 353; 1989 — 329; 2002 — 338; 2010 — 351 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Учалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Арғымаҡ” башҡорт халыҡ театры), мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Һәйтәк Ҡашаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 28 йортта 166 кеше йәшәгән, 1866 й. 34 йортта — 176 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Р.Н.Уйылданов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов