ҺӘЙЕТҠОЛ, Б а ш а й, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 36 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) 91 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 157 кеше; 1920 — 210; 1939 — 143; 1959 — 158; 1989 — 96; 2002 — 124; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, клуб бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Күсәр а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе зауряд‑сотник Һәйетҡол Тәңгәйев исеме м‑н аталған. 1866 й. 24 йортта 129 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов