ҺӘЙЕТ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Разин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 570; 1939 — 282; 1959 — 212; 1989 — 249; 2002 — 318; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер­акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Һәйет утары булараҡ билдәле. 1795 й. 22 йортта 134 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. статуста) 68 йортта — 426 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, мейес сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов