ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА, есемдәрҙе яһалма һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән аппараттар, машиналар һәм ҡулайламалар; уртаса һыуыҡ т‑ра (‑150°С юғары) алыу мәсьәләләрен өйрәнгән техника өлкәһе. Эшләү принцибы б‑са компрессион (газ һәм пар), абсорбцион, пар эжекторлы һәм термоэлектрик һыуытҡыс ҡулайламалары айырыла. Газ м‑н һыуытыу ма­шиналарында һыуытҡан матдә (хладагент) сифатында һауа йәки азот, водород һ.б. газдар; пар м‑н һыуытҡандарында — түбән т‑раларҙа ҡайнаған матдәләрҙең (аммиак, пропан, хладондар һ.б.) пары; абсорбцион һыуытҡыстарҙа — аммиак һәм бромлы литийҙың һыуҙағы эретмәләре; пар эжекторлы һыуытыу машиналарында һыу пары ҡулланыла. Хладагент сифатында аммиак һәм хладондар (фреон‑12, фреон‑22, фреон‑134А һ.б.) киң файҙаланыла. Һ.т. һауаны кондициялау системаларында, производство‑технологик процестарҙа, сәнәғәт һәм көнкүреш һыуытҡыстарында һ.б. ҡулланыла.

Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан “Башгипроагропром” ААЙ (ҡара: “Башагропромтехпроект”) аҙыҡ‑түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеларында, АСК производство объекттарында Һ.т. проектлау, монтажлау һәм реконструкциялау эштәрен башҡара; “Салаватнефтемаш” ААЙ нефть‑газ эшкәртеү һәм химия сәнәғәтендәге технологик процестарҙа файҙаланған һыуытҡыс ҡулайламалар өсөн парландырғыс, конденсатор һәм һауыттар етештерә. Шулай уҡ Һ.т. яһалма боҙ майҙансыҡтарын булдырыу өсөн ҡулланыла. Һ.т. өлкәһендәге белгестәрҙе Мәскәү технологиялар һәм идара итеү университеты филиалы әҙерләй.

Н.М.Цирельман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов