ҺЫУЫР, б а й б а ҡ (Marmota bobak), кимереүселәр отрядының тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның дала зонаһында ҙур булмаған популяциялар м‑н осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 10 кг тиклем. Кәүҙәһе ҙур, һығылмалы, төҫө ҡом кеүек һарынан алып ҡуйы һороға тиклем; йөнө арҡаһында һәм ян‑яғында ҡыҫҡа, ҡуйы, йомшаҡ.

Башы һәм ҡолаҡтары бәләкәй. Аяҡтары ҡыҫҡа, тәпәй табандары яланғас. Тырнаҡтары ҙур, ҡаҙыусан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, осо ҡара. Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 3‑сө йылына өлгөрә. 2—8 бала тыуҙыра. 15 йылға тиклем йәшәй. Иртәнсәк һәм эңерҙә әүҙем. Ҡыш көнө йоҡоға тала. Астра һымаҡтар, ҡуҙаҡлылар, ҡыяҡлылар һ.б. һутлы йәш үренделәре, япраҡтары һәм сәскәләре м‑н туҡлана. Далаларҙа һәм урман‑далаларҙа колониялар м‑н йәшәй, йырын һәм һыҙаларҙың битләүҙәрендә тәрән өңдәр ҡаҙа. Респ. көньяғында һәм көнбайышында таралған. Талпан риккетсиозын тыуҙырыусыларҙы таратыусы. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова