ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 — 1379; 1939 — 491; 1959 — 483; 1989 — 467; 2002 — 583; 2010 — 591 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (сыуаш халыҡ театры, “Шевле” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар; сыуаш тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға 18 б. аҙ. Өфө өйәҙе Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан губернаһы сыуаштары нигеҙ һала. 1795 й. 47 кеше иҫәпкә алынған; 1865 й. Алмантай исеме м‑н теркәлгән, 14 йортта 95 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. 20‑се йй. Һ. Сихонкин а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1925 й. Һ. (Успенский) 68 йорт булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов