ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Миәкә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223; 1959 — 259; 1989 — 284; 2002 — 293; 2010 — 313 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Ҡырғыҙ‑Миәкә районында Н.К.Крупская ис. к‑з ойошторолоуға бәйле нигеҙ һалына. В.В.Викторов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов