ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 750 кеше; 1920 — 748; 1939 — 617; 1959 — 631; 1989 — 602; 2002 — 794; 2010 — 825 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер­акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Аҡ шишмә” халыҡ бейеү ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1762 й. (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙарҙың керҙәшлек датаһы) алып билдәле. Ошо йылда ш. уҡ шарттарҙа бында мишәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 36 йортта 237 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 453 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, таҡта бысыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, почта станцияһы булған. 1906 й. мәсет (1875 й. төҙөлгән), бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.Ф.Ғимаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов