БАРЗИЛОВИЧ Николай Павлович (22.3.1912, Рига — 9.5.1976, Мәскәү), цирк артисы (жонглёр), режиссёр. Литва ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965), БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1974). Ленинград театр техникумын (1933), ГИТИС‑ты (1947) тамамлаған. 1934 й. башлап төрлө цирк труппаларында эшләй, 1947 й. — Цирк һәм эстрада сәнғәте дәүләт уч‑щеһы (Мәскәү) дир. һәм художество етәксеһе, 1951 й. — Мәскәү дәүләт эстрадаһы дир., 1961 й. — “Вильнюс” Литва милли цирк коллективы етәксеһе, 1966 й. — “Союзгосцирк” Бөтә Союз берекмәһе (Мәскәү) режиссёры. 1969 й. алып Үҙәк цирк сәнғәте студияһының (1973 й. Б. башланғысы м‑н Бөтә Рәсәй яңы программалар, аттракциондар һәм номерҙар әҙерләү дирекцияһына үҙгәртелә) художество етәксеһе. Б. “Боҙҙағы цирк” (1971), “Цирк-ревю” (1976), Башҡ‑н цирк коллективын (1973) һәм уның тәүге “Сәскә ат, Башҡортостан!” программаһын ойоштора.

Хеҙм.: Твори, выдумывай, пробуй! //Советская эстрада и цирк. 1965. №12.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика