ҺЫУҺАРҘАР (Mustelidae), йыртҡыстар отрядына ҡараған имеҙеүселәр ғаиләһе. 29 заты, яҡынса 70 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала таралған. БР‑ҙа 10 төрө бар. Кәүҙәһе оҙон, һығылмалы, бәләкәй (аҫ, йәтсә һ.б.) йәки ҙур (бурһыҡ). Төрлө төҫмөрҙә була: бер төҫлө йәки сыбар; арҡаһы ҡара, ҡорһағы аҡһыл (аҫ һәм йәтсә ҡыш көнө аҡ). Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, йомшаҡ. Башы ҙур түгел, мороно һәм ҡолаҡтары ҡыҫҡа; ваҡ Һ. төрҙәренең муйыны оҙон. Аҙау тештәре — ҡырҡа торған осло ҡырлы, алғы тештәре бәләкәй, ҡаҙыҡ тештәре оҙон; йыртҡыс тештәре үҫешкән. Ярым табанда йәки табанда йөрөйҙәр, аяҡта­ры биш бармаҡлы (тырнаҡтары эскә батмаған); ярым һыу төрҙәренең (ҡама, шәшке) бармаҡ араларында йөҙөү ярылары бар. Ҡойроғо ҡыҫҡа, арт юл биҙҙәре ҡырҡыу еҫле секрет бүлеп сығара. Күпселеге полигам, ҡайһы берҙәре (мәҫ., бурһыҡ) моногам. Күпселек төрҙәр енси яҡтан йәшәүенең 2—3‑сө йылына, шәшке 1‑се, инә аҫ 2—3‑сө айына өлгөрә. Һ. йөклөлөгө 1 айҙан алып 12 айға тиклем дауам итә. Йылына 1 тапҡыр 12‑гә тиклем бала тыуҙыра. Урмандарҙа, йылға һәм күл үҙәндәрендә, баҫыуҙарҙа, ҡайһы берҙә далаларҙа йәшәй. Күбеһенсә ер өҫтөндә, һирәгерәк ағастарҙа йәки һыуҙа йәшәү рәүеше алып бара. Йыл әйләнәһенә әүҙем (бурһыҡ ҡышҡы йоҡоға тала). Ваҡ умыртҡалылар, ҡош йомортҡалары, бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, ҡайһы берҙә үләндәр, емештәр м‑н туҡлана. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Һ. — ҡиммәтле тиреле йәнлектәр, һунар объекты. Ҡама, европа шәшкеһе БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова