ҺЫУҺАР (Martes martes), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европала, Көнбайыш Себерҙә, Кавказда, Кесе Азияла, Иранда таралған. Ата Һ. кәүҙә оҙонлоғо 48—55 см (инә Һ. вағыраҡ), ауырлығы 750—1500 г. Кәүҙәһе һомғол, башы бәләкәй, мороно киң, ҡыҫҡа, танау осо ҡара. Ҡолаҡтары ҙур, осло. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ, аҡһыл йәки ҡуңыр көрән төҫтә. Муйынында һәм түшендә алғы аяҡтары кимәленә еткән һарғылт йәки ҡыҙғылт һары тап була. Мамығы ҡуйы, аҡһыл көрән. Аяҡтары ҡыҫҡа, биш бармаҡлы. Ҡойроғо оҙон, ҡабарынҡы йөнлө. Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 2—3‑сө йылына өлгөрә. Һирәк мамыҡ м‑н ҡапланған, һуҡыр, ишетеү юлдары ябыҡ булған 8‑гә тиклем бала тыуҙыра. 14—16 йыл йәшәй. Күбеһенсә эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ваҡ кимереүселәр, тейендәр, ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, бөжәктәр, бал ҡорто ҡарышлауыҡтары, ш. уҡ бал, емештәр м‑н туҡлана. Ҡыуышлы ағастар булған ҡарт урмандарҙа, йылға һәм шишмә үҙәндәрендә осрай; тейендәрҙең ояларында, ағас тамырҙары аҫтындағы ҡыуышлыҡтарҙа, ағас, сыбыҡ‑сабыҡ өйөмдәрендә, ҡая ярыҡтарында йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Ҡиммәтле тиреле йәнлек, һунар объекты.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова