ҺЫУҺАҠЛАҒЫС, һыуҙы туплау һәм артабан файҙаланыу (ағас ағыҙыу, балыҡ үрсетеү, гидроэнергетика, рекреация, судносылыҡ, һуғарыу, һыу менән тәьмин итеү һ.б.), аҡманы көйләү өсөн һыу терәү ҡоролмалары м‑н йылға үҙәнендә төҙөлгән яһалма һыу ятҡылығы. Күп йыллыҡ, бер миҙгеллек, бер аҙналыҡ һәм тәүлек эсендә көйләү Һ. була. Һ. нормаль терәү кимәле — нормаль шарттарҙа бөтә ҡоролмаларҙы эксплуатациялау ваҡытында тоторға мөмкин булған юғары проект кимәле; көсәйтелгән терәү кимәле — ташҡынды үткәреү осорондағы махсус эксплуатация шарттарында ҡоролмаларҙың һаҡланыуын тәьмин итеп ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тоторға мөмкин булған юғары терәү кимәле; үле күләм кимәле — нормаль эксплуатация шарттары б‑са мөмкин булған миним. кимәл айырыла. Файҙалы күләм тулы һәм үле күләмдәр араһындағы айырма булараҡ билдәләнә. Тулы күләм дәүмәле б‑са ҙур (100 млн м3 ашыу), уртаса (10—100 млн м3), бәләкәй (1—10 млн м3) Һ. бүленә. Тулы күләме 1 млн м3 кәмерәк булған яһалма һыу ятҡылыҡтары быуа тип атала. Ҙур Һ. күп маҡсатлы тәғәйенләнеше була һәм күп йыллыҡ аҡманы көйләү өсөн, уртаса һәм бәләкәй Һ. бер миҙгеллек аҡманы көйләү, халыҡты, сәнәғәт, ауыл хужалығы пр‑тиеларын һ.б. һыу м‑н тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Һ. ложаһына һыу тултырыуға әҙерләнгән ваҡытта урмандар таҙартыла, торама пункттар, сәнәғәт ҡалдыҡтары, тарих ҡомартҡылары һ.б. икенсе урынға күсерелә (ҡара: Гидротехник ҡоролмалар). Мөһим объекттарҙы һәм ҡиммәтле а.х. ерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн дамбалар ҡороу, дренажлау, ярҙарҙы нығытыу һ.б. б‑са саралар үткәрелә. Һ. төҙөү һыу баҫыуға һәм ерҙәрҙең һаҙланыуына, микроклиматтың үҙгәреүенә, һыу ятҡылығының эвтрофикацияһына килтерә; үткенсе һәм ярым үткенсе балыҡтарҙың популяцияһы зыян күрә; ярҙар емерелә, ишелмәләр, йырындар, карст процестары һ.б. арта.

БР терр‑яһында тәүге Һ. (завод быуалары) 18 б. тау з‑дтарын һыу һәм энергия м‑н тәьмин итеү маҡсатында төҙөлә (ҡара: Белорет һыуһаҡлағысы, Тирлән һыуһаҡлағысы). Респ. Һ. төҙөү 20 б. 60—70‑се йй. үҫеш ала. 2008 й. респ. 131 Һ., ш. иҫ. 4 ҙур (Йомағужа һыуһаҡлағысы, Ҡарман һыуһаҡлағысы, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Павловка һыуһаҡлағысы), 9 уртаса (Аҡъяр һыуһаҡлағысы, Таналыҡ һыуһаҡлағысы һ.б.), 118 бәләкәй (Маҡан, Үҙән һыуһаҡ­лағыстары һ.б.) Һ. була. Ашҡаҙар, Баҙы, Дим, Өршәк, Өҫән, Сөн, Сәрмәсән йй. аҡмалары нығыраҡ көйләнгән.

А.Н.Данилов, Н.Н.Кадраева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов