ҺЫУ‑МОТОР СПОРТЫ, аҫылмалы моторҙары йәки стационар двигателдәре булған судноларҙа тиҙлеккә ярыштар. Аквабайктарҙа (һыу мотоциклы), уҙышыу һәм сәнәғәт төҙө­лөшлө судноларҙа ярыштар айырыла. Башҡортостанда Һ.‑м.с. 20 б. 60‑сы йй. башында “Батыр” спорт клубында, һуңыраҡ Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында, “Авангард”, “Ватан”, “Старт”, “Химик” спорт клубтарында, ДОСААФ‑тың спорт‑техник клубтарында (бөтәһе лә — Өфө) Һ.‑м.с. секциялары асылыуға бәйле үҫешә башлай. Өфөлә 80‑се йй. моторлы судноларҙа Һ.‑м.с. б‑са СССР чемпионаттары финалдары; 2005—07 йй. аквабайктарҙа Рәсәй кубоктары этаптары үткәрелә. Респ. Һ.‑м.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры В.В.Яковец була (1963). “Ватан” спорт клубы командаһы — СССР чемп. (1985). Төрлө класлы уҙышыу судноларында Яковец (2 тапҡыр, 1965; 1966), П.А.Ерастов (2 тапҡыр, 1969), А.Г.Колесников (1971) СССР чемп.; Л.Р.Шарова (1966), Ерастов (2 тапҡыр, 1969; 1970) РСФСР чемп. була. Сәнәғәт төҙөлөшлө судноларҙа СССР чемп. — О.А.Адушев (1986), Ю.М. Агашков (1988; 2 тапҡыр, 1991), А.М.Агашков (2 тапҡыр, 1988). Һ.‑м.с. м‑н тренерҙар К.М.Булыченко, Г.С. Шарыхалин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1965 й. Ленинград спортсыһы В. Исаков тарафынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелгән двигатель м‑н йыһазландырылған К‑02 глиссерында тиҙлек б‑са бер нисә донъя рекорды ҡуйыла.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.А.Миһранова