ҺЫУҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, һыу ресурстарын файҙаланыуҙың тәртибе (юридик), шарттары һәм формалары. Һыу кодексы м‑н көйләнә, уға ярашлы һыуҙы ҡулланыусылар һыуҙы рациональ тотоноуҙы һәм һаҡлауҙы, сығарылған ағынты һыуҙарҙың сифатын һәм уларҙың һыу объекттарына йоғонтоһон контролдә тотоуҙы, һыу һаҡлау зоналарында, һыу алыу ҡоролмалары һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарының һ.б. санитар һаҡлау зоналарында булдырылған режимдың үтәлеүен тормошҡа ашырырға тейеш. Һ.ф. маҡсаты һәм файҙаланыуҙың техник шарттары б‑са айырыла (махсус һәм дөйөм). Махсус Һ.ф. лицензия булған осраҡта гидротехник ҡоролмаларҙы, техник сараларҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡулланып, дөйөм Һ.ф. — дәүләт органдарының рөхсәтен алмайынса һәм хужалыҡ файҙаланыуынан алынған һыу ятҡылыҡтарынан тыш (тәбиғи дауалау ресурстары булған, ҡурсаулыҡтар терр‑яһында урынлашҡан һыу объекттары һ.б.) бөтә һыу ятҡылыҡтарында бушлай тормошҡа ашырыла. БР‑ҙа Һ.ф. өсөн лицензия Кама бассейны һыу идаралығының БР б‑са Һыу ресурстары бүлеге, БР б‑са Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы тарафынан бире­лә. Һыуҙы файҙаланыу ысулдары б‑са һыу объекттарынан алынған (ҡара: Һыуҙы ҡулланыу) һәм алынмаған Һ.ф. айырыла. БР‑ҙа һыуҙы һыу объекттарынан алмайынса файҙаланыу гидроэнергетика (Ҡарман ДРЭС‑ы, Павловка ГЭС‑ы һ.б.), йылға транспорты (“БашВолготанкер”, Башҡортостан йылға пароходсылығы һ.б.), балыҡ үрсетеү (“Башкиррыба”, “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” һ.б.) пр‑тиелары һ.б. тарафынан алып барыла. Төп рекреацион йөкләнеш Ағиҙел, Өфө, Йүрүҙән, Инйәр һ.б. йылғаларға, Асылыкүл, Ҡандракүл, Мауыҙҙы, Талҡаҫ һ.б. күлдәргә тура килә.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов