БАРДОВКА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Һөлөклө күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 505 кеше; 1920 — 673; 1939 — 633; 1959 — 342; 1989 — 334; 2002 — 395; 2010 — 339 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

1742 й. купчий ҡағыҙы б‑са прапорщик А.И.Бардовский һатып алған Ҡазан даруғаһы Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. Шулай уҡ Каширин, Таңиҙел булараҡ билдәле була. 1865 й. 77 йортта 476 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше, һатыуға ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел һәм 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда ер биләүсе Брудинский усадьбаһы күрһәтелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика