ҺЫУ ҮЛӘНЕ (Potamogeton), һыу үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 15 төрө үҫә: альп Һ.ү., быуынлы Һ.ү., ҡыяҡлы Һ.ү. һ.б. Күбеһенсә йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу үләндәре (гидрофиттар). Һабағы ғәҙәттә цилиндр формаһында, оҙонлоғо 30— 300 см тиклем. Япраҡтары ултырма йәки һаплы, күпселек төрҙәренеке шыма ситле, киң ҡыяҡ, ланцет, эллипс, йомортҡа, оҙонса йомортҡа кеүек, һыу аҫтында урынлашҡан йәки өҫкөләре йөҙөүсе; бүрекле Һ.ү., ептәй Һ.ү. — тар ҡыяҡ, епкә оҡшаған, һыу аҫтында үҫә. Сәскәләре ваҡ, ике енесле, 4 йомро өлөштән торған сәскә эргәлеге була йәки булмай, һеркәс­тәре 4, емешлеге 1. Сәскәлектәре — суҡтарҙан торған башаҡтар. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — дүрт сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Аҡмаған йәки яй аҡҡан сөсө йәки бер аҙ тоҙло һыу ятҡылыҡтарында үҫә. Респ. бөтә терр‑яһында, ептәй Һ.ү. һирәкләп Дыуан (Озерский һаҙлығы) һәм Салауат (Асы һаҙлығы) р‑ндарында осрай. Бүрекле Һ.ү., йөҙөүсән Һ.ү., теҙмәяпраҡ Һ.ү., ялтыр Һ.ү. — һыу хайуандары һәм һыу ҡоштары өсөн, бөҙрә Һ.ү., бәләкәй Һ.ү. — балыҡтар өсөн аҙыҡ. Декоратив үҫемлектәр, аквариумдарҙа файҙаланыла. Составында флавоноидтар, дуплау матдәләре һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ептәй Һ.ү. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Н.Миронова, А.Ф.Шәйбәков

Тәрж. Г.А.Миһранова