ҺЫУ ТАУЫҠТАРЫ (Rallidae), торна һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 52 заты, яҡынса 150 төрө билдәле, Арктиканан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 7 төрө осрай. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 16—35 см, ауырлығы 40—460 г, ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһыны йомшаҡ, кәүшәк. Төрлө төҫтә була: ҡыҙғылт ҡуңыр, ҡыҙғылт һары, ерән (тар­тай), ян‑яғы буйлап сыбар таптар һәм арҡыры һыҙыҡтар бар, ҡайһы бер төрҙәре ҡара, ҡойроҡ аҫты аҡ (ҡамыш тауығы). Башы ҙур түгел, ҡамыш тауығы һәм ҡашҡабаштың маңлайында ҡалын тиреле төйөрсә була. Суҡышы төрлө оҙонлоҡта, ҡыҙыл (ҡамыш тауығының, ҡуҡыйҙың осо һары), һарғылт (һыу себеше), аҡ (ҡашҡабаш) төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары йәшел, ҡыҙыл‑ҡуңыр, һоро, бармаҡтары оҙон. Моногамдар, ҡайһы берҙәре (тартай) — полигам. Ерҙә, һыу яны үләндәре араһында, еүеш болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында парлап оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла ғәҙәттә ҡыҙғылт көрән, ҡуйы ҡуңыр төрткөлө һәм һоро‑зәңгәр күк таплы тоноҡ һары, ҡыҙғылт һары, ҡыҙғылт көрән‑ҡуңыр төҫтәге 7—10 (19‑ға тиклем) йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош 14—28 көн эсендә баҫып сығара. Умыртҡаһыҙҙар, үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Күп­селек төрҙәре БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары һанын көйләй. Ҡашҡабаш — спорт һунары объекты.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова