ҺЫУ ТАҘАРТЫУ, хужалыҡты һәм сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн тәбиғи сығанаҡтарҙың һыуын таҙартыуҙағы технологик процестар йыйылмаһы. Һ.т. төп стадиялары: һыуҙы тондороу һәм төҫһөҙләндереү (ваҡ онтаҡ хәлендәге һәм коллоид өлөшсәләрҙе бөтөрөү), зарарһыҙландырыу (төрлө микроорганизмдарҙы, ш. иҫ. ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы, юҡ итеү). Ер өҫтө сығанаҡтарының һыуын тондороу һәм төҫ­һөҙләндереүгә коагулянттар (алюмин йәки тимер сульфаты, өс хлорлы тимер һ.б.) һәм флокулянттар (кремний к‑таһы, полиакриламид һ.б.) м‑н эшкәртеү һәм артабан бысратҡыс­тарҙы ултыртыу һәм һыуҙы кварц ҡомо, керамзит, туҡымалар һ.б. аша фильтрлау инә; ер аҫтындағы һыулы горизонттарҙың һыуы ғәҙәттә ҡырсынташ һәм ҡом аша үтеп тәбиғи рәүеш­тә фильтрлана. Һыу башлыса хлор йәки уның берләшмәләре (кальций йәки натрий гипохлориты, хлорлы эзбиз һ.б.) м‑н эшкәртеү юлы, ш. уҡ УФ‑нурланыш, озон һ.б. тәьҫире м‑н зарарһыҙландырыла. Шулай уҡ Һ.т. схемаһына һыуҙың составына бәйле аэрация, дезактивация (радиоактив матдәләр булғанда), активлаштырылған күмер ярҙамында дезодорация, тимер һәм марганецтан таҙартыу, йомшартыу процестары һ.б. инергә мөмкин. Башҡортостанда тәүге Һ.т. станцияһы 1901 й. Өфөлә төҙөлә; халыҡҡа ебәрелгән һыу тәбиғи фильтрация аша ғына үтә. 30‑сы йй. Һ.т. технологияһында Рубежное химия комб‑тынан (Украина ССР‑ы) килтерелгән химик реагенттар (алюмин сульфаты һәм хлор) ҡулланыла башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Л.А.Кульский етәкс. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы ғалимдары ҡатнашлығында “Водоканалтрест” пр‑тиеһында (Өфө) алюмин сульфа­ты (Таутөмән керамика з‑ды карьерының балсығы нигеҙендә; ҡара: Башҡортостан керамика заводы) һәм натрий гипохлориты етештереү ойошторола. 50‑се йй. Өфөләге Һ.т. станцияларында һыуҙы тондороу һәм төҫһөҙләндереү өсөн СССР‑ҙа тәүге тапҡыр коагулянттар эретмәһен автоматлаштырылған рәүештә ебәреү системаһы һәм фильтрҙарҙы гидравлик юл ярҙамында йыуыу системаһы (һыуҙы контактлы тондороу ысулы) м‑н йыһазландырылған, дөйөм етештереүсәнлеге тәүлегенә 40 мең м3 булған ҡулайламалар; ҡайһы бер Һ.т. станцияларында һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн УФ‑нурланыш файҙаланыла башлай. 80‑се йй. алып респ. ҡалаларында, ҡала тибындағы ҡасаба һәм ауыл район үҙәктәрендә хужалыҡта файҙаланыу һәм эсеү өсөн тәғәйенләнгән һыу бөтә төп Һ.т. стадияларын үтә. Ҡайһы бер Һ.т. станцияларында өҫтәмә таҙартыу үткәрелә: 90‑сы йй. уртаһынан һыу ташыу осоронда — онтаҡ хәлендәге активлаштырылған күмер м‑н (Өфө), 2001 й. алып һыу тимерҙән таҙартыла (Учалы ҡ.). Эсәр һыуҙың сифатына бактериаль, органолептик һәм химик күрһәткестәр б‑са аналитик контроль “Башкоммунводоканал”, “Уфаводоканал” пр‑тиеларының лабораториялары, Санитария‑эпидемиология станциялары һәм БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы лабораториялары тарафынан башҡарыла. Шулай уҡ ҡара: Биологик таҙартыу, Таҙартыу ҡоролмалары.

Әҙәб.: Б у р д ы г и н Г.А. Ровесник века: К 100‑летию Уфимского водопровода. Уфа, 2001.

М.Ғ.Сәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов