БАРДИН Иван Павлович (1.11.1883, Һарытау губ. Широкий Уступ а. — 7.1.1960, Мәскәү), инженер-технолог һәм металлург. СССР ФА (1932; 1942—60 йй. вице-президенты), Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА акад. (1946). СССР ФА‑ның Урал филиалы Президиумы рәйесе (1937—57). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). СССР ФА‑ның Урал комплекслы экспедицияһы етәкс. (1941—44), СССР ФА‑ның Урал ресурстарын мобилизациялау б‑са комиссияһы рәйесе урынбаҫары (1939—44). Фәнни һәм производство эшмәкәрлеге механизацияланған ҡеүәтле металлургия заводтарын проектлау һәм төҙөүгә, суйын һәм ҡорос етештереүҙең технологик процестарын интенсивлаштырыуға, металлургия сәнәғәте өсөн тәғәйенләнгән сеймалды үҙләштереүгә һәм комплекслы файҙаланыуға бәйле. Б. сәнәғәттә ҡоросто өҙлөкһөҙ ҡойоу өсөн тәүге ҡулайламаны эшләй (1958). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет ҡорос сым етештереү з‑дында нәҙек канаттар эшләү цехы төҙөүҙе һәм оборона сәнәғәте өсөн Белорет металлургия з‑дында (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) ҡорос, прокат һ.б. изделиеларҙың махсус сорттарын етештереүҙе ойоштороуҙы башлап ебәреүселәрҙең береһе. Ленин пр. (1958), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1942) лауреаты.

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика