ҺЫУ СЫҒЫМЫ, гидрологияла: ваҡыт берәмеге эсендә йырҙаның (ағымдың) арҡыры киҫелеше аша ағып үткән һыу миҡдары. Һ.с. м3/с м‑н, бәләкәй һыу ағымдары өсөн л/с м‑н күрһәтелә; йылғаларҙың, ер аҫты һыуы сығанаҡтарының һ.б. һыу күләмен билдәләү өсөн ҡулланыла. Тәбиғи һыу ағымдарында һыуҙың һыу йыйыу бассейнынан йырҙа селтәренә ағып төшөүе һөҙөмтәһендә формалаша. Башҡортостандағы сығанаҡтар араһында иң ҙур Һ.с. Красный Ключ сығанағында була (5000—58000 л/с; уртаса йыллыҡ Һ.с. — 14,9 м3/с); йылғаларҙың уртаса йыллыҡ Һ.с. (м3/с): “Арский ташы” туристик базаһы эргәһендәге Ағиҙел й. — 15,0, тамағында — 920,0, Зластоуст ҡ. эргәһендәге Әй й. — 8,6, тамағында — 84,0.

В.А.Загорский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов