ҺЫУ МЫРЫ (Ephemeroptera), бөжәктәр отряды. 23 ғаиләһе, 2 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда яҡынса 32 төрө осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,2—4 см, һомғол, төҫө һарынан алып ҡуйы һороға тиклем.

Башы ҙур түгел, күҙҙәре ҙур. Мыйыҡтары ҡыҫҡа, беҙ формаһында. Ауыҙ аппараты редукциялана. Ҡорһағы оҙонса, бер аҙ күтәренке, 2—3 нескә оҙон быуынлы ҡойроҡ епсәләре бар. Ҡанаттары үтә күренмәле, селтәрле, алғылары — оҙон, артҡылары — ҙур түгел йәки булмай. Аяҡтары көслө. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Төйөрсөктәргә йәбешкән йомортҡаларын (бер нисә мең) һыуға һала; ике ҡанатлы Һ.м. тере бала тыуҙыра. Аталандырылыуы тышҡы (ата Һ.м. сперматофорын инә Һ.м. енси ағзаһына беркетә, шунан һуң һәләк була). Ҡарышлауыҡтарының кәүҙәһе цилиндр формаһында һәм аяҡтары көслө ҡаҙыусан, трахея айғолаҡтары 7 ҡорһаҡ сегментында урынлашҡан ябай йәки ҡауырһын формаһындағы пластинкалар рәүешендә һәм 3 (һирәгерәк 2) ҡойроҡ епсәһе бар; 2— 3 йылда үҫешә. 20 тапҡырҙан артыҡ төләй, һуңынан субимагоға, сираттағы төләүҙән һуң — имагоға әүерелә. Оло бөжәктәр бер нисә сәғәттән алып 1 көнгә тиклем йәшәй. БР шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Һ.м. көндөҙ әүҙем. Ҡарышлауыҡтары детрит, микроскопик йәшел ылымыҡтар, йыртҡыс ҡарышлауыҡтар — ваҡ һыу хайуандары м‑н туҡлана, имагоһы туҡланмай. Һ.м. 4 экологик төркөмө айырыла: ҡаҙыусы (ләмдәрҙә, һыу ятҡылыҡтарының балсыҡлы ярҙарында йәшәй), йөҙөүсе (яр буйы үҫемлектәре араһында), шыуышыусы Һ.м. (башлыса ләмле грунттарҙа), һыу ағымында йәшәүселәр була. Бөтә ерҙә таралған. Һ.м. ҡарышлауыҡтары балыҡтар өсөн аҙыҡ булып тора.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова