ҺЫУ ЙЫЙЫУ БАССЕЙНЫ, һыу йыйыу майҙаны, һыу йыйыу, ер өҫтөнөң һәм тупраҡ ҡатламының һыу айырғыс м‑н сикләнгән өлөшө, һыу унан һыу объектына ағып төшә. Ер өҫтө һәм ер аҫты Һ.й.б. айырыла, уларҙың сиктәре тап килмәүе мөмкин. Башҡортостан терр‑яһы Волга һәм Урал (Каспий диңгеҙе басс.), Обь (Төньяҡ Боҙло океан басс.) йылғаларының Һ.й.б. инә. Респ. сиктәрендә Волга й. һыу йыйыу майҙаны 114,2 мең км2 (Ағиҙел, Беүә, Ыҡ һ.б. йылғаларҙың Һ.й.б.), Урал й. — 27,3 мең км2 (Оло Ҡыҙыл, Таналыҡ, Һаҡмар һ.б. йылғаларҙың Һ.й.б.), Обь й. һыу йыйыу майҙаны 2,1 мең км2 (Мейәс, Уй һ.б. йылғаларҙың Һ.й.б.) тәшкил итә. Респ. күлдәре араһында иң ҙур һыу йыйыу майҙанына Сыбаркүл (369,0 км2), Асылыкүл (106,0 км2), Атауҙы (69,8 км2) эйә.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов