ҺЫУ БӨРСӘЛӘРЕ (Daphnia), тармаҡлы мыйыҡлылар ярым отрядына ҡараған ҡыҫала һымаҡтар заты. 26 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап сөсө һыу ятҡылыҡтарында таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар: планктон Һ.б., ябай Һ.б., D. cucullata, D. magna. 2 мм тиклем оҙонлоҡтағы (ата Һ.б. инә заттарҙан 1,5—2,5 тапҡырға бәләкәйерәк) кәүҙәһе ярым үтә күренмәле ҡабырсаҡ эсендә урынлашҡан. Башының маңлай өлөшөндә фасеткалы күҙ бар, уның аҫтында ябай күҙ урынлашҡан. Һ.б. ике тармаҡлы мыйыҡтарын елпеп һикерешле хәрәкәт итә. Арҡа яғындағы кәүҙә һәм ҡабырсаҡ араһында йомортҡалар үҫешә торған үрсеү камераһы бар. Йәй дауамында инә заттар аталандырыуһыҙ (партеногенетик юл м‑н) үрсей. Көҙ көнө ата Һ.б. барлыҡҡа килгәндән һуң инә заттар ҡышлаусы аталандырылған йомортҡалар һала. Һ.б. Баш­ҡортостандың бөтә терр‑яһы буйлап яҡшы йылынған торғон һыу ятҡылыҡтарында таралған. Бактериялар, бер күҙәнәкле ылымыҡтар, иң ябайҙар һәм детрит өлөшсәләре м‑н туҡлана, һыу ятҡылыҡтарын таҙарта. Балыҡтар өсөн аҙыҡ булып тора. Һ.б. — ҡайһы бер нематодаларҙың ваҡытлы хужалары, улар үҫеп еткән хәлдә умыртҡалы хайуандарҙың, ш. иҫ. йорт өйрәктәренең, организмында паразит булып йәшәй.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова