БАРҒЫҘБАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 106 км алыҫлыҡта Барғыҙбаш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 175 кеше; 1920 — 216; 1939 — 264; 1959 — 326; 1989 — 150; 2002 — 150; 2010 — 125 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19—20 бб. арауығында Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Силасау а. (хәҙ. Борай р‑ны) кешеләре нигеҙ һала (1902 й. 32 йортта 69 ир‑ат иҫәпкә алынған). Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Яңы Силасау, Силасау исемдәре м‑н билдәле була. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Ф.Ғөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика