ҺЫУ АЙЫРҒЫС, һыу йыйыу бассейндары араһындағы сик. Ер өҫтө һәм ер аҫты Һ.а. айырыла. Тауҙарҙа һырттың өҫтө м‑н тап килә, тигеҙлектәрҙә аҡмаһы булмаған ике йылға араһынан ғибәрәт. Тымыҡ һәм Һинд океандарына ҡойған йылғаларҙың, Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океандарға ҡойған йылғаларҙың бассейндарын сикләгән Һ.а. Ерҙең төп Һ.а. тип атала. Башҡортостан терр‑яһында Волга һәм Урал йй. (Уралтау һырты һәм Йылайыр яйлаһының төньяғы буйлап үтә), Урал һәм Обь йй. (Алабейә һырты буйлап үтә) Һ.а. бар.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов