ҺЫРТ, уйһыулыҡтар һәм йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән һөҙәк битләүле һәм яҫы түбәле ҡалҡыулыҡ. Һ. платформаның ҡатлаулы нигеҙендә формалаша, макс. бейеклеге диңгеҙ кимәленән 350—400 м тиклем етә; һыу айырғыс булып тора. Респ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡтараҡ ятҡан терр‑яһын Дөйөм Һырттың ситке төньяҡ армыттары биләй.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов