ҺЫРҘЫ, башҡорт ҡәбиләһе. Табын ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғаһы . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Форма­лашыуы һәм этник тарихы табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуы м‑н тығыҙ бәйле. 16 б. тиклем Йүрүҙән й. үҙәне, Әй й. үрге ағымы терр‑яһын биләй, һуңынан Мейәс һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһында таралып, ҡыуаҡан ҡәбиләһе м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Һырҙы улусын тәшкил итә. 18—19 бб. аҙ. Һ. йәшәгән терр‑я Екатеринбург өйәҙенә, Силәбе өйәҙенә (19 б. уртаһында Һ. 1,5 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 5‑се башҡорт кантондарына инә. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш районына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина