БАРҒАТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 157 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 140 кеше; 1920 — 255; 1939 — 342; 1959 — 227; 1989 — 123; 2002 — 127; 2010 — 111 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Таубаш-Баҙраҡ а. кешеләре нигеҙ һала, 1890 й. билдәле. 1902 й. 22 йортта 70 ир-ат иҫәпкә алынған. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Ф.Ғөҙәрисова

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика