“ҺЫР”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр йырҙың көйөн С.Г.Рыбаков 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Юлыҡ а. яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырып сығара. “Һ.” варианттары М.Ф.Буранғолов, С.Ә.Галин, К.М.Дияров, А.С.Клю­чарёв, Ф.А.Нәҙершина, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.С.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов, А.Ятимов тарафынан яҙып алына. Драматик йыр. “Һ.” 1853 й. В.А. Перовский етәкс. Аҡмәсет ҡәлғәһенә хәрби походҡа [ҡара: Коканд походтары (1852, 1853)] бәйле барлыҡҡа килә. Риүәйәт б‑са, Аҡмәсетте алғандан һуң уны оҙаҡ йылдар һаҡларға мәжбүр булған һалдаттар ижад итә. Йырҙың формаһы ике һөйләмдән торған периодтан ғибәрәт, уларҙың һәр береһе алмашыныусан метроритмлы структурлы ике фразанан тора. Көй мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән; көйҙөң кварта, квинта, септима һәм октава интервалдарына йөрөшө уға киңлек һәм хәрәкәтсәнлек, юғары кульминацион тауыштың ҡапыл түбәнәйеүе үҙенсәлек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Б.Һ.Йәнекәев, М.А.Ҡаҙаҡбаев, Х.Б.Әхмәтов бар. М.М.Вәлиев, Р.Х.Ғәзизов, Х.Ф.Әхмәтов тауыш һәм фп., Ключарёв ҡыллы ҡоралдар квартеты өсөн эшкәртә. Йырҙың көйө Ключарёвтың “Башҡорт халыҡ темаларына сюита”һында (“Сюита на башкирские народные темы”), думбыралар квартеты өсөн пьесаһында файҙаланыла.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова