ҺЫНТАШТЫ МӘҘӘНИӘТЕ, Һынташты ‑Арҡайым мәҙәниәте, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙ. — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Һынташты й. эргәһендәге торама б‑са аталған. Көньяҡ Уралда Һ.м. 20‑нән ашыу ны­ғытмалы торамаһы (Арҡайым, Берсуат, Ҡуйсаҡ, Һынташты, Устье Iһ.б.) асылған, 7‑һе тикшерелгән. Һ.м. ентекләп планлаштырылған, коммуникация системалары, ҙур һаҡланыу ҡоролмалары комплексы булған нығытмалы торамалар хас. Торамаларҙың (майҙаны 8—39 мең м2) балсыҡ блоктарҙан (ҡалынлығы 5,5 м, бейеклеге 3,5 м), бүрәнә конструкциялар­ҙан (ҡайһы саҡта таш ҡулланылған), ур һәм соҡорҙарҙан торған һаҡланыу системалары булған. Торамалар түңәрәк, овал, тура мөйөш буйлап төҙөлгән, уртала, йолалар үткәреү өсөн тә­ғәйенләнгән буш майҙан урынлашҡан, тип фараз ителә. Кәҫтәрҙән һәм бүрәнәләрҙән төҙөлгән, тура мөйөшлө йәки трапеция формаһындағы ер өҫтө ҡоролмалары (110—180 мең м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Торлаҡтарҙа усаҡтар һәм мөйөштәрҙә урынлашҡан каминдар, мөгәрәптәр, металл иретеү мейестәре булыуы асыҡланған. Керамика тулҡынлы һыҙыҡтар, баҫылған ваҡ соҡорҙар, тешле йәки яҫы штамп баҫып төшөрөлгән геом. фигуралар м‑н биҙәлгән осло ҡырлы һәм банка формаһындағы һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыла­ры — ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр, башлыса торамаларҙан төньяҡҡа табан урынлашҡан һәм йылға үҙәне йәки башҡа һыу ағымы м‑н айырылған, икенсел ҡәберлектәр осрай; ҡәберҙәр түңәрәк буйлап теҙелгән, ерләү майҙаны йыш ҡына соҡор м‑н уратып алынған. Мәйеттәр кәшәнә‑ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 3,5 м тиклем) ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш һалып ерләнгән. Яңғыҙ, парлап һәм бер нисә мәйетте бергә ерләү осрай. Ҡәбергә ҡорал (таш һәм һөйәк уҡ башаҡтары, гарпундар, металл балталар, һөңгө остары), эш ҡоралдары (баҡыр һәм бронза бысаҡтар, беҙҙәр, энәләр, ураҡтар, арҡыры балталар, бырауҙар, ырғаҡтар, балыҡ ҡармаҡтары), биҙәүестәр (сәйләндән муйынсаҡтар, баҡыр һәм бронзанан улаҡ формаһындағы беләҙектәр, сулпылар, сәс биҙәүестәре), көнкүреш һәм йола башҡарыу предметтары (һөйәк һәм мөгөҙҙән әйберҙәр, суҡмарҙың таш остары), металл етештереү атрибуттары (шлактар, таш сүкештәр, һандалдар, керамик соплолар), ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре һалынған. Ерләү йолаһының мөһим өлөшө булып атты ерләү (башы м‑н көнбайышҡа ҡаратылған, аяҡтарына юртып барғандағы торош бирелгән, ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһы ватыҡтары табылған) тора. Һ.м. боронғо соҡор һәм катакомбалар ҡәбиләләре м‑н урындағы халыҡ нигеҙендә формалашҡан, тип фараз ителә. Һ.м. һинд‑иран ҡәбиләләре ҡарай. Көтөү малсылығы, игенселек, һунар м‑н шөғөлләнгәндәр. Тикшереүселәр: И.М.Батанина, Н.Б.Виноградов, В.Ф.Генинг, А.В.Епимахов, Г.Б.Зданович, Т.С. Малютина һ.б.

Әҙәб.: Һынташты мәҡ. ҡарағыҙ.

Г.Б.Зданович

Тәрж. Д.К.Үзбәков