ҺЫНТАШТАМАҠ ҠУРҒАНДАРЫ, Һынтыштамаҡ ҡурғандары, б.э.т. 16 б., б.э. 6—7 бб., 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Благовар р‑ны Һынташтамаҡ а. көньяҡ‑көнбайыш ситендә Сәрмәсән й. уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1963 й. асылған, 1966 й. С.М.Васюткин тарафынан тикшерелгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡур­ғанлы ҡәберлектәр (диам. 4—16 м, бейеклеге 0,1—1 м) иҫәбенә инә. Ҡомартҡы 18ҡурғандан тора,17‑һе(20ҡәбер) өйрәнелгән. Бер ҡәбер Абаш мәҙәниәтенә ҡарай. Өйөмдә түңәрәк буйлап урынлашҡан ҙур таш плиталар табылған; ерләү ҡоролмаһы йыуан бүрәнәләр м‑н ҡапланған тура мөйөшлө ҡәбер соҡоронан (тәрәнлеге 0,7 м) тора. 5 ҡәбер Кушнаренко мәҙәниәтенә инә. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,4—1,15 м) баштары м‑н төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш һөйәктәре формаһын яһалма үҙгәртеү осраҡтары асыҡланған. Керамика һырлы биҙәкле әүәләп эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә уҡ башаҡтары, ауыҙлыҡ, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, ҡаптырмалар, ҡайыш остары һ.б. һалынған. 14 ҡәбер һуң Урта быуаттарға ҡарай. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н көньяҡ‑көнбайышҡа, көнбайышҡа йәки төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Туҙ һәм ҡабыҡ түшәмә ҡалдыҡтары табылған. Ҡәбергә ҡорал (уҡ башаҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, ҡылыс), ат егеү кәрәк‑ярағы (эйәрҙәр, ауыҙлыҡтар, өҙәңгеләр, айыл ҡаптырмалары), эш ҡоралдары (бысаҡтар, саҡма), күн аяҡ кейеме ҡалдыҡтары һалынған. Металдан эшләнгән кеше фигуралары (онгондар, тип фараз ителә) табылған. 6 ҡәберҙә мосолман йолаһы элементтары күҙәтелә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков