ҺЫНТАШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 41 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 506 кеше; 1920 — 595; 1939 — 340; 1959 — 191; 1989 — 164; 2002 — 207; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1802 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1811 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултырған. Шулай уҡ Торна булараҡ билдәле булған. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 57 йортта 377 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Һынташтамаҡ ҡурғандары урынлашҡан. Ә.Ғ.Низаев ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов