ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТТӘ РЕАЛИСТИК БУЛМАҒАН АҒЫМДАР. Башҡортостанда 20 б. башында авангард сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе Д.Д.Бурлюк исеме м‑н бәйле. Ул үҙ сәнғәте м‑н художество телен яңыртыуҙың ҙур мөмкинлектәрен күрһәтә. Авангард йүнәлеше м‑н ижад юлы башында А.Э.Тюлькин ҡыҙыҡһына (“Дачалағы ихата”, 1919), 60‑сы йй. башында художестволы кәүҙәләнештең яңы формаларын эҙләгән йәш рәссамдар А.А.Кузнецов, М.Д.Кузнецов, В.Г.Кузнецов, М.А.Назаров, А.В.Пантелеев, Н.А.Пахомов һ.б. уның тирәһендә туплана. 80‑се йй. аҙ. “Һары бейә” төркөмөнә етәкс. иткән Назаров һәм Пахомов үҙ ижадында авангард тенденцияларҙы эҙмә‑эҙлекле тормошҡа ашыра. Төркөм ағзалары эштәрендә рус‑азиат примитивы үҙенсәлектәре сағылыш ала һәм был байтаҡ респ. рәссамдарының ижадына һиҙелерлек йоғонто яһай. 1989 й. авангард йүнәлешендәге “Март”, “Инйәр” төркөмдәре барлыҡҡа килә (ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре); авангард йоғонтоһо Р.Х.Ғәйетов, Г.В.Карпов һ.б. эштәрендә күҙәтелә.

1990 й. Н.С.Латфуллин инициативаһы м‑н “Сыңғыҙхан” төркөмө барлыҡҡа килә. Уға ҡушылған рәссамдар тәү сираттағы бурыс тип хәҙ. заман сәнғәте ысулдары м‑н төрки мәҙәни парадигмаларҙы реконструкциялауҙы иғлан итә; “Һары бейә” төркөмө рәссамдарына хас булған жанрға бәйлелектән һәм сюжетлыҡтан баш тартып, картиналарҙы монтаж принцибы м‑н ойош­тороуҙы (Р.З. Ғарифуллин, Латфуллин, Р.З.Харисов), тәү элементтарҙан торған композицияларҙы (Р.Х.Әхмәтвәлиев, Латфуллин, В.М.Ханнанов), символика һәм ҡабыҡҡа төшөрөүҙе (Харисов), киңлектә буяу ултырмаһы техникаһын (Әхмәтвәлиев), ассамбляж, инсталляция әҫәрҙәрен (Н.Ғ. Байбурин) тәҡдим итә.

90‑сы йй. башынан А.А.Буганин, Л.Н.Ғәлиева,В.П.Жигулин, А.Н. Журкин, С.Н.Игнатенко, С.Б.Краснов, Б.А.Самосюк, М.Г.Спиридонов ижадында дөйөмләштерелгән символик, метафорик формаларға иғтибар көсәйеүе күҙәтелә. Буганин, Игнатенко йыш ҡына фәлс. мәҫәл теленә мөрәжәғәт итә; Спиридонов боронғо көнсығыш эзотерик тәғлимәттәрен яңы матдилыҡҡа күсерә; метафорик образлылыҡты экспрессионизмдың ҡайһы бер принциптары м‑н берләштереп, Самосюк картиналарында иғтибарҙы дингә һәм кешелек тарихына йүнәлтә; Журкин, Ғәлиев һәм Жигулин Х.Босх һәм Э.По әҫәрҙәре тәьҫирендә тыуған художество темалары м‑н мауыға; Краснов“романтик”сюрреализмдың үҙенсәлекле версияларын эшләй, уның эшен Р.Ф.Исмәғилев дауам итә. 21 б. башындағы башҡорт сәнғәте төрлө ағымдар һәм стилдәр конгломератынан ғибәрәт. Авангард һәм реализм БР‑ҙа һәм сит илдәрҙә графика, рәсем сәнғәте, скульптура күргәҙмәләре экспозицияларында бер үк кимәлдәге урынды алып тора.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

см. НЕРЕАЛИСТИЧЕСКИЕ ТЕЧЕНИЯ В ИЗОБРАЗИТЕЛЬНОМ ИСКУССТВЕ