ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ (фр. galerie), картиналар галереялары, к ү р г ә ҙ м ә з а л д а р ы. Дәүләт, муниц., йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учреждениелары, шәхси Һ.с.г. айырыла. Һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен күргәҙмәләргә ҡуйыу, туплау, һаҡлауҙы ғәмәлгә ашыра, ғилми‑тикшеренеү һәм ғилми‑ағартыу эштәре м‑н шөғөлләнеп, художество музейҙары һәм һынлы сәнғәт музейҙарына тиңләшә. Башҡортостанда тәүге Һ.с.г. 1970 й. Мәләүез р‑ны Воскресенск а. ойошторола (ҡара: Воскресенск картиналар галереяһы). 80—90‑сы йй. Нестеров М.В. исемендәге художество музейы филиалдарын галереялар итеп ойоштороу, ш. уҡ шәхси Һ.с.г. барлыҡҡа килеү сәбәпле Һ.с.г. һаны арта. Республикала балалар ижадын пропагандалаған галереялар ойоштороуҙың тәүге тәжрибәһе булып 2001 й. барлыҡҡа килгән А.Э.Тюлькин ис. балалар картиналар галереяһы тора.

Өфө художество галереяһы. 1974 й. Рәссамдар союзы тарафынан Үҙәк күргәҙмә залы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Белорет картиналар галереяһы. 1980 й. Белорет күргәҙмә залы булараҡ ойошторола. 1990 й. хәҙ. исем м‑н БДХМ филиалына үҙгәртелә, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Салауат ҡ. картиналар галереяһы. 1988 й. “Күргәҙмә залы — картиналар галереяһы” исеме м‑н БДХМ филиалы булараҡ асыла, 2006 й. башлап хәҙ. исемен һәм хәҙ. статусын ала.

“Сәнғәт”, «“Сәнғәт” ижади‑производство берекмәһе» ЯСЙ галереяһы. 1989 й. Өфөлә А.В.Булянская тарафынан ойошторола. Башҡортостан һынлы сәнғәтен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә пропагандалауҙы тормошҡа ашырыу художество проектының башланғыс этабы була (уның сиктәрендә 1995 й. Мәскәүҙә “Алла Булянская галереяһы” һәм 2004 й. Лондонда “Alla Bulyanskaya Gallery” ойошторола). Коллекцияһында танылған ватан оҫталары С.А.Алимов, Г.С. Богомолов, Л.В.Бруни, А.Б.Геннадиев, А.В.Макаревич, И.М.Чоларий, М.М. Шемякин (бөтәһе лә — Мәскәү), А.Л. Помельников (С.‑Петербург) м‑н бер рәттән Р.Р.Абдуллин, А.А.Буганин, М.Н.Гульченко, З.Ғ.Ғаянов, Э.А. Джанинян, С.Н.Игнатенко, С.Б.Краснов, В.Г.Кузнецова, Р.Р.Ҡадиров, Р.Р.Латипов, Б.А.Самосюк, О.А.Самосюк һ.б. эштәре бар.

“Восток”, традицион һәм хәҙ. заман сәнғәте галереяһы. 1990 й. Өфөлә “Восток” банкыһының Сәнғәт галереяһы булараҡ ойошторола. 1996 й. банк ябылғандан һуң коллекция “Оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса фонды” ААЙ милкенә күсә.

Ишембай ҡ. картиналар галереяһы. 1991 й. “Ишембай картиналар галереяһы” исеме м‑н БДХМ филиалы булараҡ асыла, 2006 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ойоштороу инициаторҙары — Ишембайҙа тыуған Н.В.Зубарев һәм рәссам Ҡадиров. Галереяла даими рәүештә Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы ағзаларының күргәҙмәләре үткәрелә.

“Урал”, Халыҡ ижады үҙәге эргәһендәге халыҡ сәнғәте галереяһы. 1992 й. Өфөлә Хәҙ. заман сәнғәте галереяһы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Үҙенең сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы бар. Халыҡ кәсебе, үҙешмәкәр һынлы һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре, ватан һәм сит ил рәссамдары, фоторәссамдары эштәре күргәҙмәләрен һәм йәрминкәләрен ойоштора. Галерея янында эшләгән “халыҡ” исеменә эйә ижади коллективтарҙың (2005 й. — 7) эшмәкәрлеген күҙәтә. 2002 й. башлап “Тамға” күргәҙмә проекты сиктәрендә йыл һайын нәфис кейеҙ сәнғәте өлкәһендә ижад иткән оҫталар ҡатнашлығында респ. семинар­ҙары үткәрә. “Ватандың данлы улдары” (“Славные сыны Отечества”), “Рәсәйҙең ҡорама мозаикаһы” (“Лоскутная мозаика России”), “Халыҡ Пушкинианаһы” (“Народная Пушкиниана”) һ.б. бөтә Рәсәй ижади проекттарҙа ҡатнаша.

“Мираҫ”, картиналар галереяһы, БДХМ филиалы. 1994 й. Нефтекама ҡ. ойошторола. Галереяла даими рәүештә “Мираҫ” ижади төркөмө (ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ағзаларының күргәҙмәләре ойошторола.

“Мираҫ”, галерея, ЯСЙ. 1996 й. Өфөлә “Өфө‑Арт” галереяһы базаһында Н.Д.Иҫәнбирҙина, Н.Н. Батырова, О.В.Рамаҙанова, В.В. Шевцова һәм “Сыңғыҙхан” ижади берекмә ағзалары тарафынан ойошторола. А.Д.Бурзянцев, Б.Ф.Домашников, Ә.Ф.Лотфуллин, ш. уҡ БР‑ҙың йәш рәссамдары эштәренән йыл һайын күргәҙмәләр үткәрелә.

Рәссамдар союзының күргәҙмә залы, 1996 й. Өфөлә 121‑се гимназия эргәһендә ойошторола. Күргәҙмә залында проф. һәм йәш рәссамдарҙың (“Яңы исемдәр”), сығарылыш кластары уҡыусыларының, балаларҙың күргәҙмәләре; “Уҡытыусы + уҡыусы”, “Диплом”, “Ижади династиялар”, “Мауығыуҙар донъяһы” һ.б. тематик экспозициялар үткәрелә.

Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы, БДХМ филиалы. 1996 й. нигеҙ һалына. Галереяла даими рәүештә Көньяҡ Башҡ‑н рәссамдары ассоциацияһы ағзаларының һ.б. күргәҙмәләре уҙғарыла.

Academia”, ӨДИСУ‑ның сәнғәт галереяһы. 1999 й. Өфөлә йәш белгестәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Ижади осрашыуҙар, тематик дәрестәр үткәрә; ӨДИСУ Хәрби һәм дан музейының даими эшләгән экспозицияһы бар. Яңы император художество акад. (Мәскәү), БР Рәссамдар союзы, “Һәләтле балалар” коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды, Милли китапхана һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

“Эрмитаж”, картиналар галереяһы. 1999 й. Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. БДХМ филиалы булараҡ асыла, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Ойоштороу инициаторҙары — Р.М.Абдуллин һәм Ә.Ш.Насретдинова. Үҙ коллекцияһы бар, уның күпселек өлөшөн Миәкә р‑нының һәүәҫкәр рәссамы А.Ә.Әхмәровтың эштәре тәшкил итә.

“Каруанһарай”, БР Рәссамдар ижади союзының үҙәк художество галереяһы. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. ЮНЕСКО эштәре б‑са БР ком‑ты һәм “Каруанһарай” ЯСЙ инициативаһы м‑н ойошторола. Күргәҙмәләрҙе билдәле тарихи һәм юбилей даталарына арнап үткәрә. Фоторәссамдар союзы һ.б. ижади һәм йәмәғәт ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 2000 й. алып “Президент отель” ҡунаҡханаһында уның филиалы асыла.

“Аймаҡ”, “Аймаҡ” ЯСЙ галереяһы. 2001 й. Өфөлә “Максимум” галереяһы базаһында О.В. һәм А.М. Рамаҙановтар тарафынан асыла. Антиквар әйберҙәр салоны, багет оҫтаханаһы, фотостудияһы, декор‑дизайн студияһы (ҡара: Дизайн) бар.

А.Э.Тюлькин ис. балалар картиналар галереяһы. 2001 й. Өфөлә художество мәктәбе №2 эргәһендә асыла. Галереяла балалар художество ижады конкурстары, ш. иҫ. А.Э.Тюлькин ис. асыҡ респ. балалар конкурсы, лауреаттары һәм дипломанттарының эштәре күрһәтелә.

“Лимузин”, арт‑галерея. 2001 й. Өфөлә Р.Ф.Нәсибуллина тарафынан ойошторола; 2003 й. алып И.А. Малышева хужа була. Галереяның презентацияһы 2001—02 йй. Өфө, Силәбе, Яр Саллы, Мәскәү ҡҡ. күсмә күргәҙмә формаһында үткәрелә. Эшмәкәрлек стратегияһы БР‑ҙың һынлы сәнғәтен Урал төбәге һәм РФ һынлы сәнғәте контексында күрһәтеүҙән ғибәрәт.

“Ижад”, БДХМ‑дың күргәҙмә залы. 2002 й. Өфөлә Р.М.Абдуллин инициативаһы м‑н ойошторола. Төп йүнәлештәренең береһе — йыл һайын А.А.Кузнецов ис. асыҡ балалар художество ижады төбәк конкурсы лауреаттары һәм дипломанттары эштәренең күргәҙмәләрен ойоштороу (ҡара: А.А.Кузнецов, Художество мәктәбе №1).

“Ҡояшҡай”, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия‑интернатының балалар художество галереяһы. 2005 й. Өфөлә ойошторола. Галереяла гимназия уҡыусылары һәм сығарылыш уҡыусыларының, ш. иҫ. “Һәләтле балалар” коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды лауреаттарының, иң яҡшы эштәре күрһәтелә.

Әҙәб.: Востокозапад. Живопись. Галерея современного искусства “Урал”: альбом. Уфа, 1994; Галерея “Сангат”: альбом М., 1994; “Восток”. Галерея традиционного и современного искусства: каталог. Уфа, 1997; Белорецкой картинной галерее — 25 лет. Белорецк, 2005.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

см. ГАЛЕРЕИ ХУДОЖЕСТВЕННЫЕ