ҺЫНАМЫШ, фольклор жанры, тәбиғәт күренештәрен, үҫемлек үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙайлы ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау. Боронғо заманда Һ. метеорологик белемдең яҙылмаған йыйынтығы булып торған. Төҙөлөшө, форма билдәләре б‑са Һ. мәҡәлгә яҡын, әммә, унан айырмалы рәүештә, ғәмәли мәғәнәһе бар — сәсәнлек һәм өгөт‑нәсихәт өсөн түгел, ә көндәлек хужалыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланыла: “Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була”, “Эт аунаһа — ямғырға”, “Арҡа һыҙлаһа — ямғырға” һ.б. Күп халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 10‑сы т. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.7. Пословицы, поговорки. Приметы. Загадки. Уфа, 1993.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов